18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Мәҙәниәт йорто Амангилде ауыл хакимиәте менән берлектә үҫмерҙәр һәм балалар өсөн осрашыу ойошторҙо. Осрашыуға Озёрный урта мәктәбенең Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәрестәре уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Нәҡип Кәтип улы Әйүпов, Махсус хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы

07:45 12.09.2024 16+
168
Мәҙәниәт йорто Амангилде ауыл хакимиәте менән берлектә үҫмерҙәр һәм балалар өсөн осрашыу ойошторҙо. Осрашыуға Озёрный урта мәктәбенең Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре дәрестәре уҡытыусыһы, мәғариф ветераны Нәҡип Кәтип улы Әйүпов, Махсус хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы, әлеге ваҡытта ҡыҫҡа ялдағы яугир ауылдаштарыбыҙ килде.

Яугирҙәребеҙ физик әҙерлектең,спорт менән дуҫлыҡтың егеттәр өсөн ниндәй мөһим икәнлеген билдәләне. Ә Нәҡип ағай йәш быуынға бөгөнгө хәл-торош, әлеге ваҡытта ил һаҡлаусы Махсус хәрби операциялағы ир - егеттәребеҙ тураһында һөйләне, тәрбиәүи нәсихәттәрен, кәңәштәрен бирҙе.

Автомат йыйыу, магазинға патрон тултырыу кеүек практик күнекмәләр балаларға ныҡ оҡшаны. Күнекмәләр алдынан инструктаж үткән балалар Калашников автоматының тарихы, төҙөлөшө менән дә танышты.

Бөгөнгө фәһемле сара балаларға бик ныҡ оҡшаны. Яугир ағайҙарыбыҙға һаулыҡ, именлек, тыуған яҡҡа тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләнек. Нәҡип Кәтип улына ҡорал өлгөләрен алып килеп балаларға, үҫмерҙәргә бик кәрәкле күнекмәләр биреүенә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, эшендә һәм тормошонда уңыштар теләйбеҙ.

***

В д.Малоказаккулово прошла встреча юных жителей села с участниками специальной военной операции, которую организовал староста села Накиб Аюпов, долгие годы проработавший преподавателем ОБЖ в средней школе с. Озерный.

Накиб Катипович вместе с бойцами провел для ребят патриотический урок, на котором они обсудили темы воинского долга, любви к родине. Провели практические занятия по сборке и разборке автомата, узнали об истории создания автомата Калашникова. В завершение урока ребята пожелали участникам спецоперации здоровья, благополучия и скорейшей победы.

Оставить сообщение