Бөгөн Ижад һарайында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған квест-уйын уҙғарылды.
Уйында командаға һәм аш-һыуға визитка, туҡыма һуғыу, башҡорт бейеүен бейеп күрһәтеү, ҡымыҙға башҡорт орнаменттары менән этикетка уйлау, “Тыуған яғым Башҡортостан” исемле викторина этаптарын үтергә тура килде.
Бар конкурсанттар ентекле рәүештә әҙерләнгәндәр, һәр береһе үҙенең сығышы менән айырылып торҙо. 1-се урынды 5-се һанлы мәктәп, 2-се урынды Уральскиҙан “Патриот” командаһы яулаһа, 3-сө урындарҙы ҡаланың 10-сы һәм 1-се мәктәптәре бүлеште.
Байрамды Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының студенттары, 10-сы һанлы мәктәп уҡыусылары бейеүҙәре менән биҙәне. Рукописи не рецензируются и не возвращаются.
При цитировании материалов ссылка на газету обязательна.
В титульной части сайта использована фотография Алексея Важнова, лицензия CC-BY-SA-3.0
За содержание и достоверность объявлений редакция не отвечает.
Мнение авторов может не совпадать с мнением редакции.
E-mail: info@uchalinka-press.ru 18+
© Информационное агентство Инфорос, 2010 – 2025
