Бөгөн, 22 октябрь, Рәсәйҙә иң хисле һәм шиғри даталарҙың береһе билдәлән көндә
15:18 23.10.2024 16+
Бөгөн, 22 октябрь, Рәсәйҙә иң хисле һәм шиғри даталарҙың береһе билдәлән көндә, һеҙҙең иғтибарығыҙға Гөлнара Ибәтуллина башҡарыуында үткер клипты тәҡдим итәбеҙ.
Барыбыҙ ҙа был датаны меңәрләгән ҡағыҙ торналарҙы күккә ебәреп билдәләһә, аҡ торнаға әйләнгән яугирҙың тормош юлдашы уның иҫтәлегенә хисле йыр бағышлаған.
Йырҙың барлыҡҡа килеү тарихы йән өҙгөс. Уҙған йылдың октябрь аҙағында Гөлнара Фәнил ҡыҙы үҙенең социаль селтәре битендә батырҙарса һәләк булған ире Айнур Ибәтуллинға арналған пост яҙа. Уларҙың мөхәббәт юлы, бала саҡтан бергә булыуы, ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисереүҙәре күптәрҙе тулҡынландырҙы. Шулай итеп, Сәүйә Зарипованың шиғырҙары донъя күрә, артабан инде улар Илнур Кәләмов музыкаһына ятты. Йырҙы Гөлнара Ибәтуллина үҙе башҡарҙы.
Айнур менән Гөлнара Ибәтуллиндар бер ауылда йәшәгәс, бер мәктәптә уҡып, бала саҡтан уҡ танышып, дуҫ булған. Гөлнара егетте армияға оҙата, көтөп ала, һуңынан йәштәр өйләнешәләр, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһына ир 2023 йылдың ғинуарында үҙ теләге менән китә, үҙенең ҡарарын ябай ғына, әммә тәүәккәл итеп аңлата: «Ватанды Һаҡлау – минең бурысым».
«Һин бит миңә «Мин ҡайтырмын, көт тик мине», - тигән инең» - йыр һүҙҙәре Гөлнара менән Айнурҙың һуңғы тапҡыр телефондан һөйләшеүен ҡабатлай. Яугир ҡайтырға вәғәҙә итеп, ҡатының күңелен асырға теләгәндәй, уның 45 йәшлек юбилейында Азат Фазлыевтың репертуарынан «Һин ҡалдырма» йырын башҡарыуын һорай. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юбилей үткәрергә тап төшмәй шул. Айнур Ибәтуллин 45 йәшендә аҡ торнаға әйләнде...
Последние новости
С НОВЫМ 2025 ГОДОМ! Новогоднее поздравление главы администрации МР Учалинский район Руслана Гилязетдинова учалинцам:
ДОРОГИЕ УЧАЛИНЦЫ!
СЕРДЕЧНО ПОЗДРАВЛЯЮ ВАС С НАСТУПАЮЩИМ НОВЫМ 2025 ГОДОМ!
Завершается 2024-й год, который стал для нашего района годом очередных
С наградой! Победителями регионального проекта и обладателями Дипломов Мои налоги моей Республике стали Детская школа искусств и Финансовое управление администрации Учалинского района.
Цель проекта - выявление и поощрение работодателей, активно