Два объекта нематериального культурного наследия Учалинского района:
- Народная игра табынцев «Бура һуғыу»;
- Урындыҡ (һике)
в этом году включены в реестр объектов нематериального культурного наследия Республики Башкортостан.
Ҡәҙерле дуҫтар!
Күптәрегеҙгә билдәле булыуынса, 2007 йылдан алып беҙҙең Наурыҙ ауылында йыл һайын 1 май көнө "Ауыл көтә улдарын! " байрамы үтә. Ошо байрамдың айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән "Бала саҡ уйындарын"да " Бура һуғыу"ҙы ла уйнайҙар. Беҙҙең яҡтарҙа ғына уйналған, инде онотолоп барған был уйын шулай итеп, йылына бер тапҡыр булһа ла, тергеҙелеп ала. Ә инде оло ағайҙарға балаларҙың да ҡушылып китеүе айырыуса һөйөндөрә.Быйылғы йылда ошо уйынды ҡарап, видеоға төшөрөп алыр өсөн республика халыҡ ижады үҙәгенән Марат Бүләков килде. Тәүҙә "Бура һуғыу" уйынын ҡарау ғына күҙ уңында тотолһа ла, һуңынан шылтыратып, Марат Фаят улы ауылыбыҙҙа урындыҡ һаҡланған өйҙәр барлығы менән ҡыҙыҡһынды. Урындыҡтар булған бер нисә өй хужалары менән һөйләшеп, уға хәбәр иттем. Көн дауамында төшөрөп алған эштәрҙең һөҙөмтәһе көҙ билдәле булды- беҙҙең "Бура һуғыу" уйыны һәм "Урындыҡ" республиканың матди булмаған мәҙәни мираҫ реестрына индерелде! Афарин! Көндөң аҙаҡҡа табан боҙолоп тороуына ҡарамай ихлас бура һуҡҡан ир-егеттәрҙең барыһына ла, уларға ҡушылып киткән ҡатын-ҡыҙҙарға, уйын тураһында ентекле мәғлүмәт биргән Закир Ғариповҡа, урындыҡ хужалары Венера Исхакова, Фәрмүт Наурузовҡа,уның килене Римма Наурузоваға, Нурбикә һәм Сәлих Хөснуллиндарға, уларға ярҙамлашҡан Лилиә Бүләкова, Фатима Ғиләжева, Римма Мирхәйҙәроваға ҙур рәхмәт! Үҙем төшөргән фото-видеоларҙы ҡуям. Өфө ҡунағы әҙерләгән материалдарҙың бер өлөшө алдараҡ ҡуйылды, ҡалғандары һуңыраҡ.
Последние новости
С заседания антитеррористической комиссии В администрации Учалинского района состоялось совместное заседание антитеррористической комиссии и комиссии по предупреждению и ликвидации чрезвычайных ситуаций и обеспечению пожарной безопасности. Совещание вел глава администрации,