18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

1 октябрь көнө Өргөн ауылында ололар көнөнә арналған "Ғүмеремдең алтын һуҡмағы" исемле күркәм сара уҙҙы

06:00 02.10.2022 16+
1636
1 октябрь көнө Өргөн ауылында ололар көнөнә арналған "Ғүмеремдең алтын һуҡмағы" исемле күркәм сара уҙҙы. Ауыл мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре, "Йәршәл"фольклор ансамбленән тыш саҡырылған ҡунаҡтар - "Оҙонгүл аҡҡоштары" вокал ансамбле, баянист-йырсы Әлфиә Ғәҙелшинә, бейеүсе Гөлнара Ирғәлиналар кисәгә ҙур бер йәм өҫтәне. Концерт программаһы мауыҡтырғыс, төрлө яҡлап бай булды. Байрамға килгән ауылдаштар рәхәтләнеп йырлап-бейеп, күңел асып ҡайттылар.Ҡатнашыусыларға,ярҙам күрһәткән Учалы ауылы халҡы хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Донъялар имен булһын, иҫәнлектә-һаулыҡта һеҙҙең менән осрашып торорға яҙһын!
Оставить сообщение