18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Бөгөн Илсе ауылы мәҙәниәт йортонда район кимәлендә икенсе тапҡыр "Һарыҡ йөнө - файҙалы тәбиғи сеймал

19:00 23.11.2023 16+
757
Бөгөн Илсе ауылы мәҙәниәт йортонда район кимәлендә икенсе тапҡыр "Һарыҡ йөнө - файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем" фестивале үтте.

Бөйҙө, Ураҙ, Уральск, Илсе, Учалы ауылдарынан йыйылған оҫтабикәләр йөн эштәре буйынса ярышты.



"Бөгөнгө көндә һарыҡ йөнө - файҙалы тәбиғи сеймал, йылы кейем генә түгел, ә еңеүҙе яҡынайтыуға юнәлтелгән эштең

бәләкәй генә өлөшө лә, - тип белдерҙе үҙенең сығышында Учалы районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лира Сафиуллина. - Махсус операция башланғандан алып, районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары беҙҙең яугирҙарға ярҙам итеүҙән туҡтамай - шул уҡ йөндән йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп ебәреп торалар. Әле беҙҙең 67 клуб коллективтары маскировка селтәрҙәрен, ойоҡбаш-бейәләйҙәрҙе бергәләп бәйләй, йылы билбауҙар тегә. Уларға битараф булмағандар ҡушыла. Изге теләктәр менән бәйләнгән йылы әйберҙәр ир-егеттәребеҙгә тыуған яҡ сәләмдәре булып барып етһен!"

Оставить сообщение