18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#мәҙәниәтлеял

19:33 13.08.2025 16+
1203
#мәҙәниәтлеял

Хәйерле төн теләктәренә яҡташыбыҙ, талантлы шағир Фәнил Бүләковтың да хәтирә-шиғырын ҡушабыҙ:

•••••••••••••••••••••••••••••••••••••••••••••••••

Киске ҡала... Һирәгәйгән

Юлдағы көслө ағым.

Ишетелә хатта бөгөн

Үҙемдең баҫҡан аҙым.

Меңәрләгән кеше үтә

Тапалған ошо юлдан.

Берен бере белмәйҙәр шул

Ҡала башҡа ауылдан.

Аңымды кинәт уята

Газонда ятҡан бесән.

Уның татлы еҫтәренән

Бала сағыма күсәм.

Бесән өҫтө... Салғыларҙың

Йөҙҙәре булат төҫлө.

Ҡолас ташлап бакуй һалам,

Беләктәр таша төҫлө.

Выжлап тора салғылары,

Сыңлай көйләп яныуым.

Ошо мәлде мин һағынып

Һағышымда яныуым.

Туғандарҙың берҙәм сағы

Бергә сағы шул заман.

Туғанлыҡтың өлгөһө тип

Иҫләйем шуны һаман.

Әсәйем иҫән сағында

Туғандар ине яҡын.

Васыяты ҡалды беҙгә:

"Һаҡла туғанлыҡ хаҡын! "

Иҫләйем шуны һаман мин

Тик заман беҙҙең яман.

Ул саҡтағы ихласлыҡты

Таба алмайым һаман.

Зырлатып саба газонды

Оло йәштәге ағай.

Үткән менән бөгөнгөмдө

Бесән еҫтәре ялғай.

Фәнил Бүләков.
Оставить сообщение