#"Атайсал "проекты#2025#
10:46 20.09.2025 16+
#"Атайсал "проекты#2025#
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте етәкселеге тарафынан 2021 йылдан тормошҡа ашырылған "Атайсал " проекты тыуған еренән ситтә йәшәгән шәхестәребеҙҙең яҡташтарына төрлө йүнәлештәге үҙенсәлекле ярҙамы булыуы менән ҡыуандыра.
Бөгөн Учалы районы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Учалы ҡалаһының С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейында "Атайсал " проекты сиктәрендә Башҡортостан хөкүмәте аппараты хеҙмәткәре Фаттахов Таһир Булат улы менән осрашты. Рухлы милләтәшебеҙ танылған композитор , РСФСР ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Учалы районы Ахун ауылында донъяға килгән Даушев Асаф Исмәғил улының ейәне Таһир Булат улы Учалы районының барлыҡ мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарына 7 томлыҡ "Башҡорт энциклопедияһын", тиҫтәнән ашыу электрон китаптар бүләк итте. Осрашыуҙа Асаф Исмәғил улының ҡыҙы Гүзәл Асаф ҡыҙы ла ҡатнашты. Гүзәл Асаф ҡыҙы танылған композиторҙың йырҙар йыйынтығын бүләк итеп тапшырҙы. Рухи донъябыҙ, киләсәк быуындар өсөн оло хазина булған энциклопедияның әһәмиәте,туған телебеҙҙе артабан үҫтереү хаҡында йәнле әңгәмәләшеү барыһы өсөн дә емешле булды.
Последние новости
О восстановлении холодного водоснабжения Уважаемые учалинцы!
МУП Учалыводоканал информирует о завершении аварийно-ремонтных работ на участке водовода, которые начались вчера, 24 декабря.В настоящее время начат процесс заполнения системы холодного водоснабжения по городу.
Важно: