Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсәрә Камалованың башланғысын бөтә ауыл халҡы хуплап, 5 август көнө, Һөйөндөк ауылында ауылдаштарҙың осрашыу байрамы Ауылыма ҡайта ауылымдың ҡыҙҙары исемле сара үтте.
Байрам программаһына ингән концерт, төрлө ижади һәм спорт ярыш-конкурстары араһында, ауылдаштар өсөн иң тулҡынландырғыс мәл үҙҙәре мәктәп йылдарында төшөргән һүрәттәрен алыу булғандыр. Гөлсара Ғилман ҡыҙы оҙаҡ йылдар балаларҙың һүрәттәрен йыйып барған һәм сара барышында уларҙың барыһын да инде өлкәнәйгән авторҙарына тапшырҙы.
Байрамдың тантаналы өлөшөндә, сараны ойошторған өсөн, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина рәхмәт белдерҙе. Бөгөн байрамда ауылдың оло йәштәге кешеләре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа күп, тимәк, байрамдың маҡсаты быуындарҙы берләштереү, тормошҡа ашты. Һәр берегеҙгә урамдарҙы, йорттарҙы төҙөкләндереүгә индергән өлөшөгөҙ, тыуған ауылығыҙ хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтәм. Ҡунаҡтарға, илдең төрлө мөйөштәренән тыуған ауылына килгәндәргә, айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, тип билдәләне ул.
Һөйөндөк ҡыҙҙары ҡайтты ауылға, ҡунаҡ булып бер аҙғаРукописи не рецензируются и не возвращаются.
При цитировании материалов ссылка на газету обязательна.
В титульной части сайта использована фотография Алексея Важнова, лицензия CC-BY-SA-3.0
За содержание и достоверность объявлений редакция не отвечает.
Мнение авторов может не совпадать с мнением редакции.
E-mail: info@uchalinka-press.ru 18+
© Информационное агентство Инфорос, 2010 – 2024