18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Республика #Башҡортостан#10.10.2025#

12:00 10.10.2025 16+
3154
#Республика #Башҡортостан#10.10.2025#

Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған "Тыуған ерем моңдары" шиғыр һөйләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар ҙур оҫталыҡ менән сығыш яһанылар. Быйылғы конкурста ҡатнашыусылар шиғыр нескәлектәрен тасуири һөйләү менән бергә образлы костюмдарҙа һөйләп хайран ҡалдырҙылар. Һәр мәктәптән килгән ҡатнашыусыларҙың сығышы бер кемде лә битараф ҡалдырманы. С.Ш.Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейының 11 класс уҡыусыһы Ғәлиев Арслан Ш.Бабичтың әҫәрен шағир образында балҡытып һөйләп Гран-приға лайыҡ булды. Еңеүселәр башланғыстар, 5-9 кластар һәм юғары кластар араһында билдәләнде . Жюри билдәләүенсә был ярышта еңелеүселәр булманы. Һәр бер ҡатнашыусы оло байрам алдынан башҡорт шиғриәтенә дан йырланы, туған телен данланы. Туған телгә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләр, уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыусылар, уҡыусылар, ойоштороусылар - барыһы ла афариндар.
Оставить сообщение