18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#Башҡорттеле#Уралбатыр#мәктәбе

13:00 15.10.2025 16+
2161
#Башҡорттеле#Уралбатыр#мәктәбе
Бөгөн Учалы районы башҡорт теле уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышында ҡатнашыусылар Сәфәр урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле уҡытыусыһы , "Педагог-мастер" исеменә лайыҡ булған , Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһендәге Почетлы хеҙмәткәре Абдуллина Айгөл Хәлит ҡыҙының эш тәжрибәһе менән таныштылар. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә ,кластан тыш сараларҙа илһөйәр шәхес тәрбиәләү" темаһына арналған методик берекмә ултырышындағы саралар ижади эшләгән тәжрибәле уҡытыусының халҡыбыҙҙың эпик ҡомартҡыһы Урал батыр эпосының төп идея тематикаһына нигеҙләнеп ""Урал батыр мәктәбе" йүнәлешендә ойоштороуы барыһы өсөн дә мауыҡтырғыс булды. "Иң яҡшы башҡорт теле кабинеты " республика конкурсында ҡатнашып, еңеүсегә бүләк итеп Сәфәр урта мәктәбенең М.Б.Юлмөхәмәтов исемендәге башҡорт теле кабинетына бирелгән комьютер таҡтаның мөмкинселектәрен -заманса технологияларҙы оҫта ҡулланып үткәрелгән дәрес бик тәрән йөкмәтеле булыуы менән хайран ҡалдырҙы. Уҡыусылар менән бергә эҙмә-эҙлекле алып барылған фәнни-эҙләнеү эштәренең һөҙөмтәһе булған "Әбүс эҙенән"тип аталған кластан тыш сарала тыуған ауылдарының топонимик атамаларын, шағир ижадын өйрәнеү йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиләү менән бергә уҡыусыларҙың ижади таланттарын, туған телдә тасуири һөйләү оҫталығын күрһәттеләр.
Методик берекмә ултырышында ҡатнашыусылар берҙәм мәктәп коллективына оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙелер, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең грамматикаһын өйрәнеү генә түгел,ә илһөйәр шәхестәр тәрбиәләү нигеҙе булараҡ киң мөмкинлектәрен билдәләнеләр.
Оставить сообщение