️Ошо көндәрҙә Килмәк ауылы клубында
14:43 01.11.2025 16+
️Ошо көндәрҙә Килмәк ауылы клубында
герой-яҡташтар - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған, "Ир балалар - ил һағында" исемле бик мөһим патриотик сара үтте.
Райондың мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре Ватаныбыҙ мәнфәғәттәре һағында торған яҡташтарына рәхмәт һәм хөрмәт белдерергә йыйылды: улар геройҙарҙың тормош юлы хаҡында һөйләне, фотоһүрәттәр менән альбомдар тәҡдим итте.
- Районыбыҙҙың 11 ауылынан килгән ҡатнашыусылар үҙ ауылдарының батыр һәм ҡыйыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәре тураһында бай йөкмәткеле мәғлүмәттәр әҙерләп, уларҙы барлыҡ тамашасыларға йөрәк аша үтеп инерлек итеп еткерҙеләр, - тип хәбәр итте Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнара Исламова. - Мин дә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылында йәшәгән, беҙҙең мәктәптә уҡыған, әлеге ваҡытта МХО-ла ил һаҡлаған яҡташтарыбыҙ тураһында форумда сығыш яһаным. Яугир-ауылдаштарыбыҙ тураһындағы альбомдар мәҙәниәт йортонда һәм мәктәп музейында һаҡланасаҡ, - тип белдерҙе ул.
️Мәртәбәле сарала республика “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Учалы районының “Ағинәй” йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадиров ҡатнашты.