Эйе-эйе, башланды
12:37 15.11.2025 16+
Эйе-эйе, башланды!!! Өфө фән һәм технологиялар университетында бер йыл дауамында ай һайын 58 мең һум стипендия алып уҡыу хоҡуғын биргән олимпиада!!! Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса!!!
Ысынлап та, бик күп өҫтөнлөктәре бар Федераль олимпиаданың! Урыҫ теленән БДИ һөҙөмтәһе 75 балдан кәм булмаһа, уҡырға имтиханһыҙ ҡабул ителәһең, Өфө университетының ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятағында ғына йәшәйһең, атай-әсәйеңдән аҡса һорауҙы онотаһың...
Олимпиаданың һайлап алыу этабы башланды. Ҡатнашыу шарттары менән беркетелгән файлда таныша алаһығыҙ (олимпиаданың платформаһы М.К. Аммосов исемендәге Төньяҡ-көнсығыш федераль университеты сайтында урынлашҡан).
Белешмә өсөн телефон: 7 965 945-74-44 (Өфө университеты).
Уңыштар!!!!
Олимпиада 2 этапта үтә:
Һайлап алыу – olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында – 2025 йылдың 10 ноябренән 2026 йылдың 10 ғинуарына тиклем.
Йомғаҡлау – Өфө фән һәм технологиялар университетында – 2026 йылдың февраль-март айҙарында.
Нисек ҡатнашырға?
Олимпиаданың olympiadsvosh.s-vfu.ru платформаһында теркәлеү үтергә. Анкета тултырырға, шәхси кабинет өсөн логин һәм пароль уйлап табырға, олимпиадалар теҙмәһенән кәрәклеһен һайлап алырға, профилде дөрөҫ билдәләргә.
Өлгө өсөн бирелгән былтырғы йылдағы биремдәрҙе үтәп ҡарарға була.
Шәхси кабинетығыҙҙа үҙ статусығыҙҙы (ҡатнашыусы, призлы урын яулаусы, еңеүсе) күҙәтеп барыу мөмкинлеге бар.