18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, бәрхәт тауышлы диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған төбәк-ара конкурс еңеүселәре - Силәбе өлкәһе, Әбәйәлил,

13:29 06.02.2026 16+
437
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, бәрхәт тауышлы диктор Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған төбәк-ара конкурс еңеүселәре - Силәбе өлкәһе, Әбәйәлил, Өфө,Баймаҡ,Учалы, Илеш, Ҡыйғы, Ишембай, Салауат районы уҡыусылары Учалы ҡалаһы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбендә конкурсты йомғаҡлау тантанаһына йыйылдылар. Быйылғы конкурс 7-се тапҡыр Учалы районы мәғариф бүлеге , ТРК "Башҡортостан" Юлдаш телерадиокампанияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары менән берлектә ойошторолдо.
Өфө ҡалаһының ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М.Гәрәев исемендәге кадет корпусының 10-сы класс уҡыусылары Йосопов Хәниф һәм Биргалин Азаматтың еңеүселәрҙе сәләмләүе сараны йәнләндереп ,киләсәктә буласаҡ ил һаҡсыларының телһөйәр булыуын һоҡландырҙы. Көйөргәҙе районынан 4-се класс уҡыусыһы ,бихисап күп ижади конкурстар еңеүсеһе Әнүәр Вахитовтың моңло тауышы хайран ҡалдырҙы.
Конкурстың төп еңеүселәре Баймаҡ районынан Иҙелбаев Азамат һәм Әбйәлил районынан Мулләхмәтов Бәхтиәрҙең сығыштары Әхәт Мотаһар улының эшен дауам итерлек йәш быуын үҫеп килеүенә асыҡ дәлил булып торҙо.
Учалы районы Комсомол урта мәктәбенән Абдрахимова Илнара(уҡ. Г.Х Бәхтәирова) һәм Учалы ауылы башҡорт гимназияһынан Аҙнабаев Морат (уҡ. Хәкимова Г.А) 100 гә яҡын ҡатнашыусы араһында тәүге 10 еңеүселәр рәтендә булыуы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс .афариндар!

Уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам булдырыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеүгә арналған был конкурс.

Быйыл конкурста 100 гә яҡын ижади эш ҡаралды.

Әхәт Мортазин - 1986 йылдан 2018 йылға тиклем “Башҡортостан” телерадиокомпанияһында хеҙмәт итте.
Диктор, журналист, режиссер, актер булараҡ танылыу алды.
Күп сараларҙа Башҡортостан Республикаһының рәсми тауышы булды.
Радио һәм телевидение өсөн бихисап кадрҙар әҙерләне.
Республиканың "алтын фондын" әҙәби әҫәрҙәр, тамашалар менән байытты.
Уның эшен бөгөн уҡыусылары дауам итә.
Оставить сообщение