18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Һөйөндөк мәҙәниәт йорто алтын ҡуллы оҫтабикәләрҙе үҙенә йыйҙы

21:24 25.01.2024 16+
583

Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортона ошо ауылда һәм күрше тирәлә йәшәүсе оҫтабикәләр йыш ҡына бергә йыйылып, яңы эштәрен күрһәтеп, мастер-кластар үткәреп, клуб мөдире Гөлсара Камалова үткәргән конкурс-сара сиктәрендәҡул эше серҙәре менән уртаҡлашалар.

Бына кисәге үткән Шундай беҙҙең оҫталар исемле байрам сараһына ла Кәрим, Илсеғол, Һөйөндөк ауылдарынан алтын ҡуллы апайҙар йыйылды. Һәр кем үҙ эштәрен килтереп, күргәҙмә булдырҙы. Кемдер тегә, сигә, йәбештерә, ырғаҡ менән эш итә күңел һалып ижад иткән эштәргә Илсеғол ауылы хакимиәте башлығы Зәлифә Абшагитова юғары баһа биреп, ҡотлап, оҫтабикә апайҙарға бүләктәр тапшырҙы.

Һөйөндөк мәҙәниәт йорто алтын ҡуллы оҫтабикәләрҙе үҙенә йыйҙы
Оставить сообщение