18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Бөгөн танылған шағир, яҙыусы, тәржемәсе, йыраусы, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе, Халыҡ сәсәне, әҙәби премиялар лауреаты

21:48 05.02.2024 16+
440
Бөгөн танылған шағир, яҙыусы, тәржемәсе, йыраусы, ҡурайсы һәм йәмәғәтсе, Халыҡ сәсәне, әҙәби премиялар лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәүлит Байгилде улы Ямалетдиновҡа 77 йәш тулған булыр ине...

Ғүмер кисем



Ер йөҙөнә һибелә торғас түбә сәсем,

Ишегемде туҡылдатты алтмыш йәшем.

Таңға ҡарап танһығым да ҡанманы бит,

Эй, илаһым, етте ләме ғүмер кисем?

Шулдыр инде тормош тигән ғали йәнәп:

Был донъяға килеү түгел, китеү ғәжәп.

Һис юғында берәй кеше үкенесһеҙ

Булды микән, ер йөҙөндә йәшәп-йәшәп?

Мин дә ошо әҙәмдәрҙең сафындамын,

Ғүмеремдең икенделе яғындамын.

Бөгөн барһың, иртәгә - юҡ донъяларҙа,

Үткәнемә байҡау яһар сағымдамын.

Тормош юлым һүтелә барған йомғаҡ булды,

Ятҡа түгел, үҙемә лә йомаҡ булды.

Бар йәшәлгән йылдарымды уйға һалһам,

Ярты көндәй ваҡыт уҙған һымаҡ булды.

Ғүмерҙең шул алтынға тиң өлөшөндә

Бар хәлемсә ҡыймылданым ил эшендә.

Әҙәбиәт түрен биреп бармаһа ла,

Урын табыр, бәлки, берәй мөйөшөндә.

Буш ваҡытта яҙған булдым, һыҙған булдым,

Араһында моңло йырҙар һуҙған булдым.

Ғүмеремдең күп өлөшөн үҙ-үҙемде

Хыял менән ымһындырып уҙған булдым.

Яҙғандарым йөрәгемдән ҡайнап сыҡты,

Моңға тирткән былбыл булып һайрап сыҡты;

Кешелекте әлмисаҡтан эҙәрләгән

Һағыштарҙан яраланып, ҡайнап сыҡты.

Күп йырҙарым тыуҙы күңел ҡабыныуҙан,

Ер-һыуыма мәжүсиҙәй* табыныуҙан;

Был донъяның гүҙәллеген ер өҫтөнән

Китмәҫ борон өҙөлөп-өҙөлөп һағыныуҙан.

Халҡым тигән булып, һүҙҙе илгә борһам,

"Ҡалай ҙурҙан ҡупҡан" тигән һүҙҙән ҡурҡам.

Йә, улайһа, кешеләр, тип өндәшәйек,

Айырма юҡ - аңлағаны аңлай торған.

Инанғаным - әүәл Алла, һуңынан - һеҙ,

Һеҙҙең менән - ҡиблам дөрөҫ, уйҙарым төҙ;

Алдымдағы Ямантауҙай ҡаршылыҡтар

Түбәләскә әүерелә - юлым тигеҙ.

Ваҡыт - дөлдөл: тынғы күрмәй тибенгеһе.

Аҡшам етер, уҡылғас та икендеһе.

Үткән - бөткән.

Киләсәкте кисергән юҡ.

Әле миңә ҡәҙерлерәк бөгөнгөһө.

Был шиғырҙы оҙаҡ яҙҙым - күп һыу аҡты,

Өмөт булып балҡып, хәтһеҙ таңдар атты.

Барығыҙға оло рәхмәт!

Һеҙ булғанға,

Тантаналы шәфәҡ төҫлө, рухым яҡты.

Мәүлит ЯМАЛЕТДИН

2007 йыл.

(* - "Мәжүс" (ғәр.) - утҡа, ҡояшҡа һәм башҡа төрлө нәмәгә табыныусы)

"Мәүлит ЯМАЛЕТДИН. Хәтер ҡуласаһы..." төркөмөнән алынды.

Оставить сообщение
Последние новости
2024-09-21
18+
В СМФК С.МИНДЯК СОСТОЯЛСЯ ТРАДИЦИОННЫЙ ПРАЗДНИК МЁДА
Воздух наполнился сладким ароматом свежего меда, а красочные декорации погружали всех в увлекательный мир пчеловодства в СМФК с.Миндяк состоялся фольклорный праздник Бал байрамы. Гости праздника смогли попробовать и приобрести