#Диктортауышы#Әхәт_Мортазин
22:34 06.02.2024 16+
Башҡортостандың "алтын тауышы " , талантлы яҡташыбыҙ Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" исемле конкурс уҙғарылды. Бәйге мәктәп, муниципаль, региональ этаптан торҙо .Төп шарттар - яңылыҡтар уҡып ишеттереү һәм мәктәп тормошонан репортаж әҙерләү ине.
Уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам булдырыу, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, киләсәктә һөнәр һайлауға ла тәьҫир иткән был конкурс 5- се йыл уҙғарыла.
С. Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейы уҡыусылары үҙҙәрен алып барыусы йөҙөндә һынап ҡараны
Һөҙөмтәлә муниципаль этапта призлы урынға Сиражетдинова Регина 9-сы кл уҡыусыһы (етәксеһе Шахурина Елена Владимировна) һәм 7-се класс уҡыусыһы Мөҡтәсимова Алина (етәксеһе Ғәлимйәнова Шәүрә Фуат ҡыҙы) сыҡтылар. Таһирова Алтынай 8-се класс уҡыусыһы (етәксеһе Ғәлимйәнова Шәүрә Фуат ҡыҙы), Шәйәхмәтова Рианна 5- се класс уҡыусыһы (етәксеһе Аллаярова Рәзилә Баймөхәмәт ҡыҙы) бик оҫта сығыш яһанылар.
Бөгөн региональ этапта еңеү яулаған конкурсанттарҙы Өфөлә, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында тантаналы ҡотлау уҙғарылды.
Шулар араһында беҙҙең мәктәптән Сиражетдинова Регина (етәксеһе Шахурина Е. В) 2-се урын яулап, ҙур еңеүгә өлгәште. Шул йәһәттән Регинаны , етәксеһе Елена Владимировнаны ҡотлап үтәйек.
Һәр ҡатнашҡан уҡыусыны , етәкселәренә әүҙемлек, ҡыйыулыҡ, тырышлыҡ күрһәткән өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтеп үтке килә.
Ошо ярышта профессиональ яҡтан дөрөҫ , сифатлы видео төшөрөп биргән Шайхисламов Самат Булат улына айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Барыһына ла ижади уңыштар, яңы үрләүҙәр теләйбеҙ.
Последние новости
С НОВЫМ 2025 ГОДОМ! Новогоднее поздравление главы администрации МР Учалинский район Руслана Гилязетдинова учалинцам:
ДОРОГИЕ УЧАЛИНЦЫ!
СЕРДЕЧНО ПОЗДРАВЛЯЮ ВАС С НАСТУПАЮЩИМ НОВЫМ 2025 ГОДОМ!
Завершается 2024-й год, который стал для нашего района годом очередных
С наградой! Победителями регионального проекта и обладателями Дипломов Мои налоги моей Республике стали Детская школа искусств и Финансовое управление администрации Учалинского района.
Цель проекта - выявление и поощрение работодателей, активно