Рух һәм сәләмәтлек байрамы булды
Учалы районы хакимиәтенең социаль селтәрҙәге төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, 17 февралдә Сәфәр ауылында милли колорит менән һуғарылған «Аҡман-токман уйындары» мәҙәни-спорт байрамы үткән. Сара «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған.
Мәғлүм булыуынса, бәйгелә Сәфәр ауылы Учалы районы данын яҡлай.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы республиканың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов, философия фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры Гүзәл Вилданова, Республика халыҡ ижады үҙәгенең "Урал" этноүҙәге етәксеһе Ирек Әхмәҙиев, район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тәбрикләгән.
Ат сабышы байрамдың сағыу күренештәренең береһе булған. Бөтәһе ете сабыш ойошторолған, әммә тамашасылар йөрәген сабышҡа пониларҙа беренсе булып сыҡҡан йәш һыбайлылары яулаған.
Спорт ярыштары - “Ауҙарыш” боронғо башҡорт уйыны, көрәш, милли уҡтан атыу буйынса турнирҙар айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған, күп көйәрмәндәр йыйған.
Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылған, шулай уҡ учалылар республика Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың, Сәфәр ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Район мәҙәниәт йорто, Комсомол ауылы мәҙәниәт йорто артистарының сығышы байрамға йәм өҫтәгән.
Спорт ярыштары, ГТО майҙансығы, ғаилә старттары, автоматты һүтеп-йыйыу буйынса ярыштар, "Изгелек бүләк ит" автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының уйын нөктәләре лә ҡатнашыусыларҙы күпләп ылыҡтырған.
“Аҡман-тоҡман уйындары” ысын мәғәгәһендә рух һәм сәләмәтлек байрамына әүерелгән. Афарин, сәфәрҙәр!
__________________________________________________________
?Праздник духа и здоровья
Как сообщают в группе администрации Учалинского района, 17 февраля в селе Сафарово состоялся культурно-спортивный праздник с национальным колоритом «Акман-токман уйындары».
Мероприятие проведено в рамках республиканского конкурса «Трезвое село», в котором с.Сафарово представляет Учалинский район. Участников праздника приветствовали депутат Государственного Собрания-Курултая республики Рустам Ишмухаметов, член Исполкома Всемирного курултая башкир Мурат Лукманов, профессор, доктор философских наук Уфимского университета науки и технологий Гузель Вильданова, руководитель этноцентра "Урал" Республиканского центра народного творчества Ирек Ахмадеев, представители районной администрации, общественных организаций.
Одним из ярких и зрелищных событий праздника стали конные скачки. Всего было организовано семь заездов, но сердца зрителей завоевали юные наездники первого заезда на пони.
Особый интерес традиционно вызвали спортивные состязания - древняя башкирская игра “Ауҙарыш”, турниры по борьбе куреш, стрельбе из национального лука. Участники всех соревнований были награждены дипломами и памятными призами, также учалинцы были награждены Благодарственными письмами Государственного Собрания-Курултая республики, администрации Сафаровского сельского поселения.
Украшением праздника стали выступления артистов районного дома культуры, модельного сельского дома культуры с.Комсомольск. Немало участников собрали и спортивные состязания, площадка ГТО, семейные старты, соревнования по разборке-сборке автомата, игровые точки АНО "Дари добро".