18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Пониҙар талымһыҙ ҙа, сыҙамлы ла

22:36 28.02.2024 16+
432
«Пониҙар талымһыҙ ҙа, сыҙамлы ла»

Быйыл «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә Учалы районы данын Сәфәр ауылы яҡлай. Меңдән ашыу кеше йәшәгән ауылдың данлы тарихы бар. Бында элек-электән игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, һәр саҡ мәктәп, мәсет булған, ҡасандыр һыу тирмәне лә эшләгән.

Сәфәр Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған башҡорт яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант, Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «Совет» колхозы комбайнсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәким Мөхөтдинов кеүек шәхестәре менән дан тота.

Шулай уҡ бында билдәле шағир, ғалим, журналист Сабит Суфиянов (Әбүс), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағирә, яҙыусы Әҡлимә Сафина, шағирә, педагог, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы Рәмзилә Хисаметдинова тыуып үҫкән.

Бөгөн дә Сәфәрҙә тырыш һәм булдыҡлы кешеләр йәшәй. Бигерәк тә уңған ғаиләләре менән данлы сәфәрҙәр. Шундайҙарҙың береһе —Ильнур һәм Фирүзә Хисмәтовтар. Әйткәндәй, тап улар тәрбиәләгән пониларҙа ауыл балалары күптән түгел «Айыҡ ауыл» бәйгеһе сиктәрендә үткән «Аҡман-тоҡман уйындары» сараһында ярышҡан. Бәйге фотолары республика матбуғаты майҙандарында ла яҡтыртылды һәм күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Тулыраҡ : https://kurultai.ru/ba/content/4136-poni-daryat-zarya..



Оставить сообщение
Последние новости