18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортонда «Этнографик сәйәхәт» ойошторолдо

16:46 16.09.2023 16+
1479

Бөгөн мәҙәниәт бүлеге районыбыҙҙың Ағинәйҙәр ойошмаһы менән берлектә,Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортонда Этнографик сәйәхәт исемле конкурс ойошторҙо.

Башҡорт халҡының тормошо малсылыҡ менән айырылғыһыҙ бәйле, һәм уның күп быуатлыҡ тарихында йорт малын һаҡлау һәм арттырыу менән бәйле бик күп ышаныуҙар, йолалар тупланған.

Ярыш шарттары буйынса, һәр ойошманан 4 вәкил командаға тупланып, мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа бәйле ырым, ышаныу, юрауҙар әҙерләп, һөйләп, аңлатма бирергә тейеш ине. Баһаланғанда, урынға ярашлы диалекты ҡулланып һөйләгәндәр өҫтөнлөк итте.

Шулай итеп, беренсе урын Балбыҡ ауылынан Йәнбикә Ағинәйҙәр ойошмаһына бирелде, 2-се урында Ҡужай ауылынан Уйташ фольклор ансамбле, 3-сө урынға Рысай ауылынан Ихлас ағинәйҙәрҙе лайыҡ булды. Мулдаҡай, Һөйөндөк, Илсеғол ауылынан килгән ағинәйҙәр, актив ҡатнашҡан өсөн диплом менән бүләкләнде.

Һөйөндөк ауылы мәҙәниәт йортонда Этнографик сәйәхәт ойошторолдо
Оставить сообщение