18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

БАЙЫҠ башҡорт бейеү телевизионконкурсының яңы миҙгеле - беренсе сығарылышы эфирға сыҡты!

23:12 14.03.2024 16+
691
БАЙЫҠ башҡорт бейеү телевизион конкурсының яңы миҙгеле - беренсе сығарылышы эфирға сыҡты!.

Был телеконкурс, республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән килгән бейеүселәрҙе ҙур сәхнәгә сығарып, яңынан-яңы таланттар асып, күптән тамашасыларҙың һөйөүен яулап өлгөрҙө лә инде.

Үҙебеҙҙең, Учалыбыҙҙың талантлы бейеүселәренең дә сығыштарын оҙаҡламай эфирҙа күрәсәкбеҙ - Иманғол ауылы һылыуы Роза Юлбирҙина, Учалы ауылы район мәҙәниәт йортоноң "Ҡалҡан" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Ҡунаҡбай ауылының күп функциялы мәҙәниәт йортоноң "Аҡ теләк" халыҡ фольклор ансамбле һәм етәкселәре - Гөлфинә Йомағужина яңыраҡ ойоштороусыларҙан Өфөлә үткән бәйгенең беренсе турына саҡырыу алып, унда уңышлы сығыш яһап, "Байыҡ"тың икенсе турына ла үтеп ҡайттылар!

?Афарин учалылар! Артабан да һеҙгә уңыштар теләйбеҙ!

http://у4алы.рф/учалы-бейеүселәре-байы..

Оставить сообщение