18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

"Ҡанатланып, илһамланып ҡайттыҡ!

02:32 31.03.2024 16+
496
"Йәнбикә"гә афарин! Артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ! "Ҡанатланып, илһамланып ҡайттыҡ!"

Юлдаш ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән "Йәнбикә" фольклор ансамбле яңы һулыш алып, үҙенең ижади юлын ҙур сәхнәлә дауам итеп ебәрҙе.

Рәсәй Федерацияһында ғаилә йылына арналған "Сыңрау торна" башҡорт фольклорының II төбәк фестиваль-бәйгеһенә республиканың 36 районы араһынан 12 район (22 коллектив) һайлап алыу турын үтте, шулар иҫәбенә беҙ ҙә керҙек. Саҡырыу буйынса, 30 март көнө Дыуан районында үткән фестивалгә барып, ҡатнашып ҡайттыҡ.

22 коллектив араһынан 7-һе урын яуланы, ҡалған коллективтар махсус бүләккә лайыҡ булды.

Учалы мәҙәниәт бүлегенә, транспорт мәсьәләһен хәл итеүҙәре өсөн, оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Айырыуса рәхмәт ҡатнашыусыларыбыҙға һәм йылы ҡаршы алып, оҙатып ҡалыусы Мәсәғүт мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренә .

☝?"Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә". Фестивалдән алып ҡайтҡан көс-дәрт менән АЛҒА ҺӘМ АЛҒА! ✊?

Оставить сообщение