18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#ДеньНациональногоКостюма

03:29 20.04.2024 16+
869


Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған район кимәлендәге асыҡ Мөнәжәт әйтеүселәр конкурсы- Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол Мәҙәниәт йортоноң брендлы сараһы. Башҡорт халҡының тәрбиә, быуындар бәйләнешенең тарихи күсәгилешлек өлгөһө булған был жанр яңынан тергеҙелә. Сараның маҡсаты мөнәжәтте йыр жанры булараҡ халыҡҡа еткереү, фольклор төркөмдәренең мөнәжәтте үҙенә генә хас мәҡам (көй) менән йырлау оҫталығын камиллаштырыу, балаларға өйрәтеү ине.

Составында Ҡунаҡбай Мәҙәниәт йортоноң "Аҡ теләк" фольклор төркөмө етәксеһе Гөлфинә Сәлихйән ҡыҙы Йомағужина, мөғәллимә Гөлгөл Һарун ҡыҙы Ямалова, хажи Әхмәт хәҙрәт Шәйәхмәтов булған һәм Башҡортостандың атҡаҙанған Мәҙәниәт хеҙмәткәре, башҡорт йолаларын берәмтекләп ынйы итеп йыйып туплаусы, халыҡҡа түкмәй- сәсмәй еткереүсе Ғәрифә Ғиниәтулла ҡыҙы Кудрявая етәкселегендәге жюри хөкөмөнә 7 фольклор төркөм һәм 8 яңғыҙ башҡарыусы дини, тәрбиәүи нәсихәтле төрлө мәҡам менән көйләнгән мөнәжәт тәҡдим итте.

Сара барышында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын, йолаларҙы туплаусы Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡытыусыһы Әлфиә Нуретдин ҡыҙы Вәлиеваға, Сораман ауылынан ветеран уҡытыусы Зөбәйҙә Ғилметдин ҡыҙы Ҡәләмоваға Амангилде ауыл хакимиәтенән Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Конкурс йомғаҡтары яһалғансы Ғәрифә Ғиниәтулла ҡыҙының башҡорт ҡатын- ҡыҙҙарының кейемдәренең һәр өлөшө тураһында тулы мәғлүмәтле сығышын барыһы ла тын дә алмай тыңланы. Учалы районының рухлы фольклорсыһы шулай уҡ мандолинала уйнап ауыҙ-тел ижадының яҡты өлгөләре менән кешене әсир итте.

Конкурс йомғаҡтарын тағы ла бер пост итеп ҡуйыр алдынан Гран- при яулаусы Иҫке Байрамғол Мәҙәниәт йортонан "Ритайым" фольклор төркөмөн (Етәксеһе Насырова Венера Сәмиғулла ҡыҙы) һәм Ҡобағош ауылынан 92 йәшлек Кинйәһылыу Шаһимөхәмәт ҡыҙы Рәхмәтуллинаны ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.

Конкурстан һуң конкурсанттарҙың зауыҡлы милли кейемдәр менән Зәйнәкәй урамынан парадта үтеүе үҙе бер ҡабатланмаҫ күренеш булды.

Килгән ҡунаҡтар "Хәкимйән" мәсетендә татыу, эшһөйәр ауылдаштарыбыҙ , Махсус хәрби операцияла ил һаҡлаған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре менән әлеге ваҡытта яу яланында булған ир-егеттәребеҙгә бағышланған Ҡорбан ашы мәжлесендә булды.

Мәктәп музейына, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол моделе китапханаһына экскурсия ойоштороп таралышты мөнәжәтселәр.

Ошо сараны үткәреүгә ярҙам итеүселәргә, Ҡорбан ашын ойоштороусыларға, аш-һыу тәрбиәләшеүселәргә, ауылдаштарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Артабан да рухлы,сәмле,берҙәм булайыҡ!

Оставить сообщение
Последние новости
2025-01-15
18+
В Белорецком районе состоится II Открытый конкурс кураистов «Ҡурай сере»
31 января в Белорецком районе состоится II Открытый конкурс кураистов Ҡурай сере на приз Заслуженного работника культуры Республики Башкортостан Мухамета Тулебаева. В рамках мероприятия, посвященного 80-летию со дня рождения известного
121
2025-01-15
18+
Уведомление о проведении актуализации генеральной схемы системы водоснабжения и генеральной схемы системы водоотведения городского поселения город Учалы муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан
Администрация городского поселения город Учалы муниципального района Учалинский район Республики Башкортостан, в соответствии с Федеральным законом от 06.10.2003 131-ФЗ Об общих принципах организации местного
132
2025-01-15
18+
В новый год с новыми возможностями!
1 января 2025 года обновился сайт GTO.ru. Уважаемые физкультурники! Если у вас возникают вопросы по функционалу сайта, входу в Личный кабинет, выполнению нормативов в новом отчётном периоде, получению знаков отличия или другим актуальным темам, мы
175
2025-01-15
18+
Как ребёнку зайти в личный кабинет ГТО?
В первую очередь юному физкультурнику понадобится учётная запись на Госуслугах. Она необходима для выполнения нормативов ГТО и получения знака отличия. Регистрация аккаунта ГТОшника до 14 лет осуществляется одним из родителей: 1. На платформе
134
2025-01-15
18+
В районной администрации состоялось заседание комиссии по предупреждению, ликвидации чрезвычайных ситуаций и обеспечению пожарной безопасности.
В районной администрации под председательством первого заместителя главы администрации Учалинского района Алика Салахутдинова состоялось заседание комиссии по предупреждению, ликвидации чрезвычайных ситуаций и обеспечению пожарной
142
2025-01-15
18+
В администрации района состоялось заседание комиссии по вопросам межконфессиональных отношений
В администрации района состоялось заседание комиссии по вопросам межконфессиональных отношений, участники которого обсудили вопросы, касающиеся подготовки и проведения крещенских купаний на территории района и обеспечения безопасности
135