Башҡалабыҙ Өфөлә 24 -26 июнь көндәрендә халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһы "Урал батыр "эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXVI төбәк -ара конкурсы үтте. Эпосты яттан һөйләп зона конкурстарында еңеп сыҡҡан 53 йәш сәсәндәребеҙ ярышты был мәртәбәле бәйгелә.
"Урал батыр "эпосын яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында Ураҙ лицейының 7-се класс уҡыусыһы Аманова Зөлхизә (етәксеһе Хәмитова Айгөл Фәнүз ҡыҙы) уңышлы сығыш яһаны һәм Мәғариф министрлығының маҡтау ҡағыҙына, ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды. Ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ. Афариндар!Рукописи не рецензируются и не возвращаются.
При цитировании материалов ссылка на газету обязательна.
В титульной части сайта использована фотография Алексея Важнова, лицензия CC-BY-SA-3.0
За содержание и достоверность объявлений редакция не отвечает.
Мнение авторов может не совпадать с мнением редакции.
E-mail: info@uchalinka-press.ru 18+
© Информационное агентство Инфорос, 2010 – 2025
