18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#беҙгәяҙалар

08:19 26.06.2024 16+
240


Учалы районы Т.Ғиниәтуллин исемендәге Ураз лицейы янында ойошторолған быйылғы йәйге лагерь бик иҫтәлекле үтте, көн дә айырым тематикаға төрлө саралар ойошторола килде.



Рәсәй көнө, Милли кейемдәр көнөнә арналған байрамдар айырыуса сағыу үтте. Шулай уҡ экологияға ҡағылышлы әңгәмә үткәрелеп, макулатура йыйыу акцияһы ла уҙғарылды. География фәненә бәйләп, туризмға ҡағылышлы сара үткәрелһә, химия фәненән төрлө тәжрибәләр үткәреү ҙә балаларға бик оҡшап ҡалды.

Сибай филармонияһы артистары лицейыбыҙҙа сығыш яһап, уҡыусыларҙың йәйге ялына тағы ла йәм өҫтәне.

Балаларға күңелле һәм имен ялдар, йәйге каникул көндәренең иҫтәлекле, бай һәм ҡыҙыҡлы үтеүен теләп ҡалабыҙ!

Оставить сообщение