Районыбыҙҙың бай мәҙәни тормошонда халыҡ ижады конкурстары-фестивалдәре айырым урын алып тора. Шуларҙың береһе - "Фольклорҙың бер көнө" исемле үҙешмәкәр фольклор коллективтар араһында үткән конкурс.
Ике этаптан торған конкурс йылдан-йыл бик ойошҡанлы үтә һәм ысын мәғәнәһендә үҙ маҡсатына иреште: ауылдарҙа фольклор төркөмдәре арта, ҡатнашыусылар аллы-гөллө күлдәктәр тектереп, ҙур сәхнәлә сығыш яһарға ынтылып торалар.
Мәртәбәле жюри ағзалары сығыштарҙы район мәҙәниәт йорттары буйлап йөрөп, ҡарап, баһалап сыҡҡандан һуң, Баҡшай яланында үткән "Ай Уралым, Уралым!" этно-фестивалендә еңеүселәрҙе бүләкләп, конкурсҡа йомғаҡ яһала.
Ә һеҙ район-республикабыҙҙың фольклор йүнәлешен яҡшы беләһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшереп ҡарағыҙ - һеҙҙең өсөн үҙенсәлекле тест-викторина әҙерләнек: https://учалырдк.рф/2024/08/05/что-ты-знаешь-о-%d1%84..Рукописи не рецензируются и не возвращаются.
При цитировании материалов ссылка на газету обязательна.
В титульной части сайта использована фотография Алексея Важнова, лицензия CC-BY-SA-3.0
За содержание и достоверность объявлений редакция не отвечает.
Мнение авторов может не совпадать с мнением редакции.
E-mail: info@uchalinka-press.ru 18+
© Информационное агентство Инфорос, 2010 – 2025
