18+
Герб
Рекламный баннер 980x90px unterhead
Архив
Рекламный баннер 300x200px left-1
Мы в соцсетях
Рекламный баннер 300x600px left-2
Рекламный баннер 300x60px right-1
Рекламный баннер 300x60px right-2

#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында Учалылағы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе

10:51 07.08.2024 16+
208
рубрикаһында – Учалылағы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе.

«Мәғариф» милли проекты һәм «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы белем усағы үҙ ишектәрен 2023 йылдың 1 сентябрендә асты. 1 225 урынлыҡ мәктәп беренсе уҡыу йылында 568 тәүге уҡыусыһын ҡабул иткән.

Полилингваль мәктәп лингафон кабинеттары, техник дисциплиналарҙы уҡытыу өсөн лаборатория ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ бында иркен китапхана, 450 урынлыҡ тамаша залы эшләй.

Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ике спорт залы, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, футбол майҙаны, йүгереү юлы бар. Ә медицина блогы табип бүлмәһенән, процедура, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора.

Мәктәптә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә тейешле шарттар булдырылған: ингән ерҙәге баҫҡыстар пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт эшләй.

Яңы мәктәптә, белем биреү менән бер рәттән, дәрестәр тыш эшмәкәрлекте ойоштороуға ла тейешле иғтибар бүленә. Уҡыусылар өсөн ағас эше һәм слесарь оҫтаханаларында, бесеү һәм тегеү, аш-һыу әҙерләү кабинеттарында өҫтәмә дәрестәр үткәреү ҡаралған.

? Һуңғы йылдарҙа республикала 8 полилингваль мәктәп төҙөлдө һәм асылды. Был уҡыу йорттарында Башҡортостан халыҡтары телдәре тәрәнәйтеп өйрәтелә. 2024 йылда Баймаҡ районында ошондай белем усағын сафҡа индереү планлаштырыла.

#национальныепроекты проекттар проекттары проекттарБашҡортостан

Оставить сообщение