“Диктор тауышы” конкурсы башланды.

4-11 класс уҡыусыларын Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған диктор Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә бағышланған “Диктор тауышы” төбәк-ара конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Ижади ярыш башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында уҙғарыла.
Һәр бер ҡатнашыусынан ике видеояҙма ҡабул ителә:

Яңылыҡтар сығарылышы - диктор уҡыуы (хронометраж – 1 минут)

Репортаж. Темаһы: “Беҙҙең мәктәп” ( 2-3 минут)
Баһалау – ике эштең дөйөм һөҙөмтәһе буйынса.

Видеояҙмалар 2024 йылдың 10 ғинуарына тиклем
sitdikova77@mail.ru һәм
khakimova.2@mail.ru электрон почтаһына ҡабул ителә.

Белешмәләр өсөн телефон:
8 (34791) 6-02-18.
Последние статьи
С Днем Республики Башкортостан!
11 октября Башкортостан отмечает День Республики праздник, символизирующий единство, традиции и стремление к развитию. С теплыми словами поздравления к учалинцам обратился глава администрации района...