
Бөгөн Ижад һарайында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған квест-уйын уҙғарылды.

Уйында командаға һәм аш-һыуға визитка, туҡыма һуғыу, башҡорт бейеүен бейеп күрһәтеү, ҡымыҙға башҡорт орнаменттары менән этикетка уйлау, “Тыуған яғым Башҡортостан” исемле викторина этаптарын үтергә тура килде.

Бар конкурсанттар ентекле рәүештә әҙерләнгәндәр, һәр береһе үҙенең сығышы менән айырылып торҙо. 1-се урынды 5-се һанлы мәктәп, 2-се урынды Уральскиҙан “Патриот” командаһы яулаһа, 3-сө урындарҙы ҡаланың 10-сы һәм 1-се мәктәптәре бүлеште.

Байрамды Учалы мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының студенттары, 10-сы һанлы мәктәп уҡыусылары бейеүҙәре менән биҙәне.
Барлыҡ ата-әсәләр кәңәшмәһенә, уҡыусы һәм уҡытыусыларға, ойоштороусыларға рәхмәт еткерәбеҙ һәм Республика көнө менән ҡотлайбыҙ.
Последние статьи
Оперативный ежедневный прогноз
12 октября: переменная облачность. Без существенных осадков. Ветер западный, юго-западный 5-10 м/с. Температура воздуха ночью +1, +6С, местами до -4С, днем +14, +19С. Ночью и утром на отдельных...
Объявление о публичном сервитуте
В соответствии со статьей 39.42 Земельного кодекса РФ администрация городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан сообщает о возможном установлении по инициативе ГУП...